Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Ғинуар 2023, 16:51

Әбүбәкерҙәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн балаклавалар тегә

-

Әбүбәкерҙәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн балаклавалар тегә
Әбүбәкерҙәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн балаклавалар тегә

Ауыл халҡы хәрбиҙәргә әүҙем ярҙам итеүен дауам итә. Райондан оҙатылған бөтә гуманитар ылауҙарға ла үҙ өлөшөн индерә улар. Бәйләп йылы әйберҙәр, башҡа кәрәк-яраҡтар ҙа ебәрҙеләр, яңыраҡ ҡына тыуған яҡтың сәләме итеп яугирҙәргә ҡорот оҙатһалар, хәҙер килеп балаклавалар теккән уңғанбикәләр. Ауылдың кейем бесеүсе үҙ оҫтаһы - Рәмзиә Билалова бар. Әйберҙәрҙе тегешеүҙә иһә ауылдың уҡытыусылары, клуб хеҙмәткәрҙәре һәм хаҡлы ялда булған оло быуын вәкилдәре ярҙам иткән. Йәмғеһе утыҙ балаклава теккән әбүбәкерҙәр. Әйткәндәй, тауарҙы улар Гай ҡалаһынан һатып алған. "Ниндәй маҡсатта алыуыбыҙҙы белгәс, магазин етәксеһе ярты хаҡҡа ғына һатты материалды"-тип ҡыуанып һөйләй апайҙар. Бына шулай изге ниәтле эш бөтөнләй таныш булмаған кешеләрҙе лә берләштерә. Балаклаваларға ҡушып, үҙ ҡулдары менән йәйеп ҡыррҡан бишбармаҡ, туҡмас һәм шулай уҡ шифалы үләндәр йыйылмаһын оҙата улар яугирҙәргә. Бынан тыш мобилизация буйынса саҡырылып, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ауылдаш егеттәренең ғаиләһе лә һәр ваҡыт әбүбәкерҙәрҙең иғтибары үҙәгендә.

 

Сығанаҡ һәм фото: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы.

 

#АйыҡАуыл2022
#ТрезвоеСело2022

Автор:
Читайте нас: