ЙӘМҒИӘТ
27 Ғинуар 2023, 04:44

Ярты быуат бергә

Ивановка ауылында йәшәүсе Әбделвәли һәм Шәмсикамал Атановтар илле йылдан ашыу иңгә-иң терәп татыу йәшәүҙәре менән күптәргә өлгө булып тора.

Ярты быуат бергәЯрты быуат бергә
Ярты быуат бергә

Ивановка ауылында һоҡланғыс тормош һәм хеҙмәт юлы үткән, илебеҙгә лайыҡлы балалар үҫтергән ғаиләләр бихисап. Шундайҙар иҫәбенә Әбделвәли һәм Шәмсикамал Атановтарҙы индерер инем. Улар ярты быуат иңгә-иң терәп татыу йәшәүҙәре менән күптәргә өлгө булып тора. Был матур парҙың ғаиләһе 1970 йылда барлыҡҡа килгән.

Үҙ-ара ихтирам-хөрмәткә ҡоролған, татыулыҡ тантана иткән Атановтар ғаиләһендә бер ҡыҙ, өс ул үҫеп, буй еткергән. 

  • - Парлы ғүмер юлын уҙғанда, тәү сиратта, сабырлыҡ, бер-береңде ихтирам итеү мөһим. Тормош гел шатлыҡ-ҡыуаныстан ғына тормай. Ауырлыҡты ла бергә еңәргә кәрәк. Йәштәр эштән ҡурҡмаһындар. Әгәр тырышһаң, барыһын да булдырырға була, - ти Атановтар.

 

Мәҡәләне тулыраҡ гәзитебеҙҙең 4-се һанында уҡығыҙ.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас