ЙӘМҒИӘТ
27 Ғинуар 2023, 17:07

Таңсулпан Купцова—“Иң яҡшы йыл йәмәғәтсеһе”

Районда өсөнсө йыл рәттән һөнәре буйынса иң яҡшылар билдәләнә. Был турала һылтанма аша инеп уҡығыҙ!

Таңсулпан Купцова—“Иң яҡшы йыл йәмәғәтсеһе”Таңсулпан Купцова—“Иң яҡшы йыл йәмәғәтсеһе”
Таңсулпан Купцова—“Иң яҡшы йыл йәмәғәтсеһе”

Бөгөн районда тантаналы шарттарҙа һөнәре буйынса иң яҡшылар билдәләнде.

Улар араһында Бүребайҙан Таңсулпан Купцова ла бар. Ул “Иң яҡшы йыл йәмәғәтсеһе” номинацияһында билдәләнде.

Ғөмүмән, кешеләргә ярҙам итергә тырышып йөрөгән был йәш ҡатынды күптәр белә. Ул ирекмән.  Кемгәлер ярҙам итер өсөн көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй. Ул үҙе лә күп бала әсәһе, ире менән алты бала тәрбиәләйҙәр.

Шуныһы ҡыуаныслы, уның менән бергә эшләгән, бер фекерле иптәштәре лә күп.  Уңыштар һиңә, Таңсулпан!

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас