ЙӘМҒИӘТ
26 Ғинуар 2023, 18:03

Үҙебеҙҙең Хәйбулла ҡыҙы!

Алһыу Солтанова буласаҡ юрист һәм полиция хеҙмәткәре

Үҙебеҙҙең Хәйбулла ҡыҙы!Үҙебеҙҙең Хәйбулла ҡыҙы!
Үҙебеҙҙең Хәйбулла ҡыҙы!

Алһыу Солтанова Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтының 5-се курс студенты. Ул Йәнтеш ауылында тыуып үҫкән, балалар баҡсаһына һәм беренсе класҡа шунда бара. Ә икенсе кластан 1-се Аҡъяр мәктәбендә белем ала.

Буласаҡ һөнәрен осраҡлы һайламай. Был турала ул былай ти:

--Атайым, Шайнур Илфат улы Солтанов, хәрби белемгә эйә, офицер, хәрби хәрәкәттәр ветераны. Уның бихисап хәрби наградалары, шул иҫәптән Ҡаһарманлыҡ ордены бар. Атайымды төрлө илһөйәрлек сараларына йыш саҡырҙылар, мин дә уның менән йөрөй торғайным. Ошолар буласаҡ һөнәремде һайлауға булышлыҡ иткәндер тип уйлайым. Атайым мине лә хәрби офицер итеп күрергә теләне. Әммә ундай профилдәге уҡыу йорттары беҙҙең райондан алыҫ булыу сәбәпле, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтына уҡырға инергә ҡарар иттем.

Курсант тормошо бик йөкмәткеле. Полигон, тир, уҡыу-практик үҙәк, ҡаршылыҡтар һыҙатын үтеү, стадион, өс спортзал, китапханаға ла йөрөйһөң, ашханала ла дежурныйһың, –барыһына ла өлгөр генә! Былтыр йәй Хәйбулла район бүлегендә практика үттем, бик оҡшаны. Киләсәктә тыуған районыма ҡайтып,  следователь булып хеҙмәт юлымды башларға уйлайым.

 

Г.Ниғмәтуллина,  «Нур» клубы педагогы.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас