

Әбүбәкерҙәр тағы ла бер ҙур спорт байрамы – "Ҡышҡы шаян-шоу" йәштәр фестивале ойоштороп, уны юғары кимәлдә ойоштороуға өлгәштеләр. Уйын-көлкө менән яҡшы кәйефтә үткән был байрамда милли һыйҙар әҙерләнгән өҫтәлдә самауырҙар ҡайнап торҙо, күңелле йырҙар, көйҙәр яңғыраны.
Районыбыҙ йәштәре уйындарҙан бөтмәҫ көс, дәрт, күтәренке кәйеф алып, "Йәй тағы ла саҡырығыҙ, мотлаҡ киләсәкбеҙ" , тип таралышты. Ойоштороусыларға афарин!
Тулы мәҡәлә "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 5-се һанында баҫылып сыға.