Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Ғинуар , 11:44

Аяҡтар һыҙлағанда файҙалы

Һәр ваҡыт ярҙамы тҽйә торған төнәтмәне үҙебеҙ ҙә яһай алабыҙ.

Аяҡтар һыҙлағанда файҙалы
Аяҡтар һыҙлағанда файҙалы

Бының өсөн алоэ гөлөнөң япрағын (алдан бер аҙна самаһы һыу һипмәҫкә), уртаса ҙурлыҡтағы әсҽ ҡыҙыл борос, бер аш ҡашыгы кипкән ҡанлы үлән (чистотел) ваҡлап турарға кәрәк.

Шуңа ярты литр араҡы ҡушарға һәм ун көнгә ҡараңғы һалҡынса урынға ҡуйып торорға. Төнәтмәне һыуытҡыста һаҡларға.

Әлеге төнәтмә менән тубыҡтар, аяк балтырҙары һыҙлаған саҡта ыуынырга кәңәш ителә. Шулай уҡ, һалкын тейгәндә, невралгия булғанда ауыртҡан, бешкән урындарға, тымау һәм гайморит булғанда танау тирәһенә, шешкән урыннарга, биттәге һытҡыларға, баш тиреһе майлы булғанда сәс тамырына һөртөргә мөмкин.

 

Сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмө

Фото: pro-dachnikov.com

 

Автор:
Читайте нас в