Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Ғинуар , 12:06

Тыуыр киләсәк һағында торған табип

“Ҡатын-ҡыҙ бәхете – балала”, - ти Фируза Әминева

Тыуыр киләсәк һағында торған табип
Тыуыр киләсәк һағында торған табип

Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге, уны нисек һаҡларға, нисек һомғол буйлы, гүзәл булып ҡалырға? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән Үҙәк район дауаханаһының акушер-гинекологы, бала тыуҙырыу бүлегенең юғары категориялы табибы Фируза Нәжип ҡыҙына мөрәжәғәт иттек.

Фируза Әминева Көйөргәҙе районы ҡыҙы. 1978 йылда Өфө медицина институтын тамамлай. 1980 йылда Хәйбуллаға килен булып төшөп, Аҡъяр үҙәк дауаханаһында хеҙмәт юлын башлай һәм бөгөнгө көнгәсә  һөнәренә тоғро ҡалып эшләүенә 42 йылдан ашыу.

Тәжрибәле, алтын ҡуллы белгес тураһында пациенттар тик яҡшы фекерҙә. Әллә күпме ҡатын-ҡыҙға әсәй булырға, сабыйға яҡты донъяларҙы күрергә, бихисап тейешле ярҙам күрһәтеп әллә күпме ғүмерҙе ҡотҡарған, ауырыуҙарға мәлендә тейешле дауа күрһәтеп, сирҙән арынырға ярҙам иткән табип менән, ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеген яҡтыртҡан темаға әңгәмә ҡорҙоҡ.

- Фируза Нәжип ҡыҙы, бөгөнгө көндә ҡатын-ҡыҙҙарҙың сәләмәтлеге тураһында нимәләр әйтерһегеҙ?

- Сәләмәтлеге үҙ ҡулында, һәм ул уның йәшәү рәүешенә ҡарай. Нисегерәк йәшәү рәүеше алып бараһың, һаулығың да шуға бәйле. Быға социаль статус та мөһим роль уйнай. Ысынын әйткәндә, һәр икенсе ҡатын-ҡыҙҙа анемия – әҙ ҡанлылыҡ, гемоглабин осрай. Шуның арҡаһында күп кенә ауырыуҙар килеп сыға. Бигерәк тә, йөклө ҡатындарҙа. Йөклө ҡатындарҙың 80-85 проценты анемия менән иҫәпкә килеп тора. Тимәк, улар йөклө булмаған саҡта уҡ ауырып йөрөгән булған килеп сыға. Әҙ ҡанлылыҡ өҙлөгөүгә лә килтерергә мөмкин, шуның арҡаһында балаһы төшөргә мөмкин, “замерщий беременность”та шуның арҡаһында барлыҡҡа килә.

Дөйөм алғанда, 90-сы йылдарҙа венерик кеүек ауырыуҙар тик таралыу алған ине. Элекке кеүек ундай ауырыуҙар күҙәтелмәй.

Тулы интервью "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 1-се һанында

Автор:Луиза Юлмухаметова
Читайте нас в