Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Ғинуар , 11:57

Көслө рухлы ҡатын

Ғәлиә Бәширова йәмәғәт эшендә ҡайнап йәшәй

Көслө рухлы ҡатын
Көслө рухлы ҡатын

Иҫәнгилде ауылына ижади эшебеҙ менән барғанда, сара алдынан ысын мәғәнәһендә баҫҡан ерендә ут сәсрәтеп йөрөгән, йөҙөнән ихлас йылмайыу китмәгән, ҡулындағы сценарий ҡағыҙын ҡат-ҡат тәртипкә килтергән, килгән ҡунаҡтарҙы барлап, һәр береһен ихлас ҡаршылаған ҡатын иғтибарҙы йәлеп итте. Үҙе менән яҡынданыраҡ таныштырыуын һорағас, йөҙөндә ихласлыҡ балҡыған матур ҙа, ябай ҙа ауыл ҡатыны Ғәлиә Бәширова арҡамдан тупылдатып һөйөп: “Башҡа берәй ауылдашым тураһында һөйләргә булһа, бер тынмай бәйән итер инем, үҙем тураһында әҙерәк ҡыйыныраҡ”, - тип, бер аҙ уйланып ултырғас, бергәләп, уның тормош юлына сумдыҡ. Башта кешенең ҡайҙа тыуып-үҫеүен ҡыҙыҡһынып һорайһың. Был әңгәмәсемдең донъяға килеүе лә үҙенә күрә үҙенсәлекле.

 “Әсәйем Ғилмиә Сафуан ҡыҙы мин ана тыуам, бына тыуам тигән йөклө сағында Яковлевка ауылына (элекке Йылайыр совхозы) бер бөртөк бер  туған ҡустыһы Абсаҡтар ағайҙың туйына барған. Туй имен-аман үтеп, атай-әсәйҙәр ҡайтырға йыйынып, машиналары күҙҙән юғалғас та: “Мине тиҙ генә дауаханаға алып барығыҙ” тип, төнгө ун икене биш минут ҡына үткәс, донъяға килгәнмен. Әсәйем бала табыу йортонда бик һыйлы ятҡан, туйҙан һуң ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар көн һайын күстәнәстәрен килтереп, хәлен белеп кенә торғандар. Туйҙан һуң тыуғас, Ҡунаҡбикә, Туйбикә тип исем ҡушайыҡ тип исемен дә һайлашҡандар, - тип башланы ул әңгәмәне.

Тулы мәҡәлә "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 1-се һанында

Автор:Луиза Юлмухаметова
Читайте нас в