Оҙаҡ йылдар бергә-бергә ғүмер кисереү — оло бәхет ти улар. Таҡаевтарҙың ғаилә тормошо күптәргә үрнәк булырлыҡ: өс улдарына лайыҡлы тәрбиә, белем биргән, әле лә уларға бар яҡтан терәк-таяныс булып матур донъя көтәләр. Хеҙмәт йылдарын намыҫлы эш менән уҙғарғандар, ауырлыҡтарға бирешмәгәндәр, һынмағандар. Биш тиҫтә йылдан артыҡ ваҡыт үтһә лә, был ғаилә бер-береһенә булған хистәрен үҙгәртмәйсә, мөхәббәттәрен ваҡламайса, тормош мәшәҡәттәре араһында юғалып ҡалмайынса матур итеп ғүмер кисерәләр.
Тулы мәҡәлә "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 3-сө һанында.