Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Ғинуар 2023, 17:01

Эх, күңелле Әбүбәкерҙә!!!

Әбүбәкер балалары кемуҙарҙан йүгереп иртәгә үтәсәк йәштәр байрамына ҡот йыя.

Эх, күңелле Әбүбәкерҙә!!!
Эх, күңелле Әбүбәкерҙә!!!

 Билдәле булыуынса, борон-борондан башҡорт халҡында һабантуй кеүек ҙур байрамдар, йыйындар алдынан ҡот йыйыу йолаһы булған. Төрлө халыҡ уйындары, фәһемле осрашыуҙар менән үрелеп барасаҡ сараға райондың бөтә ауылдарынан йәштәр йыйыяласаҡ. Ауыл халҡы осршыуға ентекле әҙерләнә - әле ярыш уҙасаҡ майҙансыҡты ауылдың фермеры Линар Әбүбәкиров ҡарҙан таҙартыу менән мәшғүл. Афарин берҙәм ауыл халҡына! Ниәтләнгән сарағыҙ имен-һау, күңелле уҙһын!

#АйыҡАуыл2022
#ТрезвоеСело2022

 

Сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы.

Автор:
Читайте нас: