Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Ғинуар , 16:58

"Юғалтмайыҡ тиһәҡ кешелекте, туҡтатайыҡ, дуҫтар, эскелекте!"

Айыҡ тормошҡа ҡарай йүнәлеш алған Әбүбәкер ауылы халҡы яңынан - яңы проекттар тормошҡа ашыра. #ТрезвоеСело2022 #АйыҡАуыл2022

"Юғалтмайыҡ тиһәҡ кешелекте, туҡтатайыҡ, дуҫтар, эскелекте!"
"Юғалтмайыҡ тиһәҡ кешелекте, туҡтатайыҡ, дуҫтар, эскелекте!"

"Айыҡ ауыл" конкурсы сиктәрендә мәҙәниәт йортонда уҙған сараларҙың сираттағыһы - урамдар араһында иғлан ителгән эстафета. Һәр урам вәкилдәре алдында милли халыҡ йолаларын тергеҙеү һәм һаҡлап ҡалыу маҡсатында берәй йола күрһәтеү бурысы ҡуйылды.
Беренселәрҙән булып Ташлы, Салауат Юлаев һәм Ашҡаҙар урамдарында йәшәүселәр һынау тотто. Эстафетаға ентекле әҙерләнгән урамда йәшәүселәр - башҡорт халҡының милли аштарынан, оҫта хужабикәләрҙең ҡул эштәренән торған күргәҙмәләр, стендтар залды биҙәне. Йәрәбә буйынса бәйгене С. Юлаев урамы башлап ебәрһә, Ашҡаҙар һәм Ташлы урамдары дауам итте. Һәр урам ауылдың йөҙөк ҡашы булған уңғандары, өлгөлө ғәиләләре менән таныштырҙы.
" Һалдат оҙатыу" , "Балаға исем ҡушыу" йолаларын сәхнәләштереп, сара шиғырҙар, йыр - бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. Ололар менән бер рәттән балаларҙың да ихлас ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне.
Тамашасылар рәхәтләнеп ял итеп, бейеп, был урамдарҙың һәүәҫкәр артистарына рәхмәт әйтеп таралышты.

Сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы.

Автор:
Читайте нас в