Яңы Ергән ауылының “Ағинәйҙәр” клубы менән берлектә ауыл ҡатын-ҡыҙҙары яугирҙарға ойоҡбаштар бәйләйҙәр.
Яңы йыл алдынан алғы һыҙыҡтағы шайморатовсылар өсөн “Ғаилә” үҙәгенә-- 4 пар, “Нур” клубына –5 пар нәскиҙәр тапшырғандар. Ошо көндәрҙә район ветерандар советына тағы ла 7 пар ойоҡбаш бәйләп биргәндәр. Быларҙың барыһы ла гуманитар йөк менән һалдаттарға оҙатыла.