Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Ғинуар , 19:28

Ивановка, Федоровка һәм Татыр-Үҙәк ауылдарында отчет йыйылыштары үтте

    

Ивановка, Федоровка һәм Татыр-Үҙәк ауылдарында отчет йыйылыштары үтте
Ивановка, Федоровка һәм Татыр-Үҙәк ауылдарында отчет йыйылыштары үтте

Ивановка, Татыр-Үҙәк һәм Федоровка ауыл советтары халҡы менән осрашыуҙар барышында район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары 2022 йылда  башҡарылған эштәр буйынса отчет бирҙе һәм ағымдағы йылға пландары менән уртаҡлашты.

Федоровка ауыл советында йәшәүселәрҙе фельдшерҙың булмауы, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өсөн контейнер майҙансығын йыһазландырыу, мәктәптә һәм балалар баҡсаһында тәҙрәләрҙе һәм электр сымын алмаштырыу, Әбүбәкерҙә автобус туҡталышын алмаштырыу һәм күперҙә яндауырҙарҙы монтажлау мәсьәләләре борсой.

Татыр-Үҙәк ауыл советы халҡы урамдарға асфальт түшәү, балалар өсөн уйын майҙансығы, урамды яҡтыртыу, өҫтәмә сүп-сар контейнерҙары ҡуйыу, һыу үткәргес селтәрен ремонтлау һорауҙары менән мөрәжәғәт иткән. Шулай уҡ берәҙәк эттәрҙе тотоу, автобус бәйләнеше, газ торбаһын һүтеү темаһын күтәрҙеләр һәм Бүребай табип амбулаторияһында анализдар ҡабул итеүҙе ойошторорға теләк белдерҙеләр.

Ивановка ауыл советы халҡы менән һаулыҡ һаҡлау, пассажирҙар ташыуҙы ойоштороу, һыу менән тәьмин итеү системаһын ремонтлау, асфальт түшәү, урамдарҙы һәм автомобиль юлдарын ремонтлау мәсьәләләрен тикшерҙеләр. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар өҫтәмә сүп-сар контейнерҙары ҡуйыуҙарын, урамдарҙы яҡтыртыу эштәрен дауам итеүҙәрен, быуа төҙөкләндереүҙәрен, клуб өсөн костюмдар һатып алыуҙарын, сүс-оптик элемтә үткәреүҙәрен һораны.

 

Ивановка, Федоровка һәм Татыр-Үҙәк ауылдарында отчет йыйылыштары үтте
Ивановка, Федоровка һәм Татыр-Үҙәк ауылдарында отчет йыйылыштары үтте
Ивановка, Федоровка һәм Татыр-Үҙәк ауылдарында отчет йыйылыштары үтте
Ивановка, Федоровка һәм Татыр-Үҙәк ауылдарында отчет йыйылыштары үтте
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас в