

Юлбарыҫ ауылы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙар өсөн маскировка селтәрҙәрен үрә башланы.
"Маскировкалау селтәрҙәрен үреп, яҡташтарыбыҙға, уларҙың үҙҙәрен һәм техникаһын ҡотҡарырға ярҙам иткебеҙ килә. Әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙҙең яҙмышына битараф түгелбеҙ. Берәүҙәр туҡыманы ҡорамаға киҫә, икенселәр ошо ҡорамаларҙы селтәргә бәйләй. Яугирҙарыбыҙ өсөн беҙ тапшырған әйберҙәр генә түгел, хәстәрлек тә мөһим. Улар маскировка селтәрҙәре алғас, беҙҙең улар хаҡында ҡайғыртыуыбыҙҙы тойорҙар", - ти юлбарыҫтар.
фото:Юлбарыҫ ауылы китапханаһы.