

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2023 йылды Уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан итте. «Уҡытыусы һәм остаз йылының бурысы – ошо һөнәргә иғтибар йүнәлтеү, уҡытыусыларыбыҙға тейешле хөрмәт күрһәтеү генә түгел, ә йәштәрҙең педагогикаға ҡыҙыҡһыныуын арттырыу, юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң мәктәпкә эшкә киләсәк ижади, һәләтле, әүҙем абитуриенттарҙы педагогик вуздарға йәлеп итеү», - тине Хөкүмәт Рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова.
Был йүнәлештәге башҡарыласаҡ эштәр ил Президентының май указдарына ярашлы тормошҡа ашырылған “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) ҡуйған бурыстарҙы хәл итеүгә лә булышлыҡ итәсәк.
Бөгөнгө уҡытыусыларға замана уҡыусылары менән эшләүе бигерәк ауырға төшә. Виртуаль донъя менән генә аралашыуҙан йәм, шатлыҡ тапҡан балаларға китаптың белем сығанағы булыуын, уның һәр ваҡыт аң-белемгә өндәүен аңлатып ҡара. Бигерәк тә үҙ телебеҙҙә. Педагог һөнәрен алып сыҡҡан йәштәрҙең күп өлөшө үҙ белгеслеге буйынса эшләмәй, башҡа тармаҡтарға китә. Үҙ эшенә тоғро булғандар ғына тырышып-тырмашып шул юҫыҡта хеҙмәт итеүен дауам итә. Йәнтеш мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлдәр Арыҫланова тап шундайҙарҙың береһе.
Тулы мәҡәлә "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 3-сө һанында
фото: ғаилә архивынан