

Кисә отчет йыйылыштары Атингән, Әбеш һәм Аҡъюл ауыл советтарында дауам итте. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары йыйылыштарҙа ҡатнашыусыларҙы 2022 йылда муниципаль райондың һәм ауыл биләмәләренең социаль-иҡтисади үҫеш йомғаҡтары һәм ағымдағы эштәр торошо тураһында отчеттар менән таныштырҙылар.
Осрашыуҙарҙың икенсе яртыһы диалог формаһында төҙөлдө, унда осрашыуҙа ҡатнашыусылар үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирә һәм үҙ фекерҙәрен белдерә алды. Атингән ауыл билмәһе халҡы Атингән клубына һыу үткәреүҙе, ҡайһы бер урамдарҙа һыу менән тәьмин итеү системаһын ремонтлауҙы, "Һаҡмар" шифаханаһына электр тапшырыу өсөн резерв линия үткәреүҙе һораны. Аграр өлкәгә ҡағылышлы мәсьәләләр ҙә әүҙем тикшерелде, шулай уҡ граждандар һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге хәлдәр һәм башҡа мәсьәләләргә ҡарата борсолоуын белдерҙе.
Аҡъюл ауыл биләмәһендә йәшәүселәр күтәргән һорауҙар Йәнтеш ауылында заправка төҙөү, тораҡ пункттарҙағы урамдарға асфальт түшәү, юлдарҙы ремонтлау, пассажирҙар ташыуҙы ойоштороу, мәктәптең ҡыйығын ремонтлау, Аҡназар ауылында күпер төҙөү һәм Ғәлиәхмәт менән Ҡаҙырша араһында автомобиль юлын төҙөүгә ҡағылды. Шулай уҡ улар аушайған электр һәм элемтә бағаналарына, ашығыс ярҙам автомобилен ремонтлауға бәйле борсолоу белдерҙеләр.
Әбеш ауыл биләмәһендә йәшәүселәр йәшәүселәрҙе һаулыҡ һаҡлау, юлдарҙы ремонтлау, урамдарға асфальт түшәү, Әбеш ауылы мәктәбен ремонтлау, ағастарҙы ҡырҡыу, клубтарҙы ремонтлау, биләмәләрҙе төҙөкләндереү һәм башҡа мәсьәләләр ҡыҙыҡһындырҙы. “Һорауҙар контролгә алынған, бер йылдан улар алдында наказдарҙың үтәлеше тураһында отчет бирәсәкбеҙ”.