

Муниципаль район хакимиәте башлығының халыҡ менән йыл һайын уҙғарылған осрашыуҙары башланды. Кисә Маҡан, Таналыҡ һәм Сиҙәм ауыл биләмәләрендә тәүге осрашыуҙар үтте.
Маҡанда күп фатирлы йортто, газ үткәргесте, Мәмбәт-Маҡан автомобиль юлын ремонтлау, Аксаков урамына асфальт түшәү, мәсет төҙөүҙә булышлыҡ итеү, мәғариф системаһында кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү һәм Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы өсөн компьютер томографы һатып алыу мәсьәләләре тикшерелде.
Подольскиҙа мөрәжәғәттәр медицина хеҙмәтләндереүе, дарыухана пунктын асыу, төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам күрһәтеү, юлдарҙы ремонтлау, ауыл хужалығы продукцияһын һатыу, автобус бәйләнеше, клуб төҙөүгә ҡағылды. Шулай уҡ халыҡ Таштуғай ауылында һыу башняһы урынлаштырыуҙы, Подольск ауылы стадионы өсөн спорт ҡорамалдары һатып алыуҙы, балалар баҡсаһын йылытыу, Аҡъярҙа автобус туҡталышын төҙөкләндереү буйынса ремонт эштәрен башҡарыуҙы һораған.
Сиҙәмдә Иҫәнгилде фельдшер-акушерлыҡ пунктын ремонтлау, Сиҙәм табип амбулаторияһының эше, автомобиль юлдарын һәм урамдарҙы ремонтлау, Вәлит ауылында быуаны тәртипкә килтереү, юл билдәләрен ҡуйыу, белем биреү ойошмаларында тәҙрәләрҙе алмаштырыу, пассажирҙарҙы йөрөтөүҙе ойоштороу мәсьәләләре күтәрелде. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар мәктәп интернаты өсөн йыһаздар һәм клуб өсөн бильярд һатып алыу, мәктәп һәм балалар баҡсаһының йылылыҡ пункттарын ремонтлау, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары төҙөү һәм сүп-сар контейнерҙары ҡуйыу, Әбделнасир ауылын кәрәҙле элемтә менән тәьмин итеү һәм башҡа мәсьәләләр тураһында үҙ фекерен белдерҙе.
Бөтә мөрәжәғәттәр ҙә артабан эшләү өсөн контролгә алынды. Сираттағы осрашыуҙар бөгөн Атингән, Аҡъюл һәм Әбеш ауыл биләмәләрендә үтәсәк.
Фото:Хәйбулла районы хакимиәте.