

Татыр-Үҙәк ауылында йәшәүсе Мәзит Ахунйән улы һәм Менәүерә Афзал ҡыҙы Юламановтар алтын туйҙарын билдәләгән! Юламановтар ауылдың абруйлы, хөрмәтле ғаиләләренең береһе. Иҫтәлекле ваҡиғалары менән уларҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Артабан да парлы-нурлы тормош теләйбеҙ.
Сығанаҡ һәм фото: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы.