ЙӘМҒИӘТ
16 Января 2023, 06:49

Афарин, әбүбәкерҙәр!

  

Афарин, әбүбәкерҙәр!Афарин, әбүбәкерҙәр!
Афарин, әбүбәкерҙәр!

Әбүбәкер ауылының уңған хужабикәләре махсус операцияла ҡатнашыусы егеттәребеҙгә халҡыбыҙҙың милли ризығын әҙерләне. Йөҙгә яҡын ҡап ҡоротто йыйып әҙерләү эшендә ҡатын-ҡыҙҙарға ауылдың балалары ла ихлас ярҙам итте. Әҙерләнгән ҡороттоң бер өлөшө ирекмәндәр ярҙамында Ростов-на-Дону ҡалаһында госпитәлдә ятыусы егеттәргә йүнәлтелһә, ҡалғаны махсус операция территорияһына оҙатыласаҡ. "Шифалы ҡоротобоҙ егеттәребеҙгә дауа булһын, уландарыбыҙ иҫән- һау әйләнеп ҡайтһын"- тигән изге теләк менән оҙата әбүбәкерҙәр йыйылған милли ризыҡты.

Афарин, әбүбәкерҙәр!
Афарин, әбүбәкерҙәр!
Афарин, әбүбәкерҙәр!
Автор:Әбүбәкер ауылы күп функциялы клубы
Читайте нас