

Переволочан ауылында Яңы йылда бергәләп үлән сәйҙәре эсеү матур йолаға әүерелгән.
Был юлы ла ауыл кешеләре Яңы йылды бергәләп, дуҫтарса мөхиттә ҡаршыланы. Староста Раушания Такаева һәммәһен байрам менән ҡотланы.
Һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, шыршы тирәләй әйлән-бәйлән, күңелле йырҙар һәм музыка яңғыраны. Ә төрлө шифалы үләндәр менән әҙерләнгән самауыр сәйе үҙе ни тора!