ЙӘМҒИӘТ
2 Ғинуар 2023, 13:51

Яңы йылда һуғыш ветерандарына һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ!

Быйыл Фәтхулла Юламанов --100, ә  Иҙрис Түләшев 98 йәшен билдәләйәсәк!

Яңы йылда һуғыш ветерандарына һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ!Яңы йылда һуғыш ветерандарына һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ!
Яңы йылда һуғыш ветерандарына һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ!

Яңы йыл алдынан изге традиция буйынса муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов 1941-45 йылдарҙа һуғыш ғәрәсәтен үткән ике фронтовиктың өйҙәрендә булып, хәлдәрен белеште, изге теләктәрен еткерҙе.

--Хөрмәтле аҡһаҡалдар Яңы йылда яҡшы кәйеф менән ҡаршылай. Уларға бөтә хәйбуллалар исеменән изге теләктәр еткереп, тәү сиратта, ныҡлы һаулыҡ теләнем. 2023 йылда, алла бирһә,  хөрмәтле Фәтхулла Әһлиулла улы 100, ә Иҙрис Әбделкәрим улы 98 йәшен билдәләйәсәк. Олпат йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, ветерандарҙың кәйефе яҡшы,--тип яҙҙы үҙ сәхифәһендә Рөстәм Шәрипов.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас