ЙӘМҒИӘТ
2 Ғинуар 2023, 14:05

Аҡнаҙарҙың абруйлы ғаиләһе

Юныс һәм Флүрә Сәғитовтар алтын туйҙарын билдәләне

Аҡнаҙарҙың абруйлы ғаиләһеАҡнаҙарҙың абруйлы ғаиләһе
Аҡнаҙарҙың абруйлы ғаиләһе

Яңы йыл алдынан алтын туйҙарын Юныс һәм Флүрә Сәғитовтар ҙа билдәләне.


Юныс Мөҙәрис улы һәм Флүрә Шәйхетдин ҡыҙы бынан ярты быуат элек ғаилә ҡороп, дүрт балаға ғүмер биргәндәр. Бөгөн улар бәхетле ҡартатай һәм өләсәй. Улар икеһе лә оҙаҡ йылдар Салауат исемендәге  колхозда эшләгән. Ғаилә башлығы ауыл хужалығы техникаһында, малсылыҡта эшләһә, Флүрә апай колхозда һауынсы була. Улар бөгөн дә тулы тормош менән йәшәйҙәр, мал-тыуар, ҡош-ҡорт тоталар, ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләргә ярҙамлашалар.

Юныс ағай һаулыҡ мөмкинлектәре сикле тип тормай, өй тирәһендәге эштәрҙе эшләй һәм ғөмүмән, тормошҡа оптимистик ҡараш менән йәшәй. Бына шундай шәп оло ғаилә йәшәй Аҡнаҙарҙа. Уларға ла, үҙ быуын кешеләренә хас, эшһөйәрлек, илһөйәрлек, ныҡлы ғаилә ҡиммәттәре кеүек күркәм сифаттар баласаҡтан һалынған һәм улар шуның менән бергә парлы ғүмер үтеп, күптәргә үрнәк булып йәшәйҙәр.


Юныс Мөҙәрис улына һәм Флүрә Шәйхетдин ҡыҙына артабанғы ғүмерҙәрендә ныҡлы һаулыҡ, бәрәкәтле тормош, именлек теләйбеҙ!

https://vk.com/club207714147

 

Автор:
Читайте нас