ЙӘМҒИӘТ
31 Декабрь 2022, 09:17

Яңы йыл менән, хөрмәтле ветерандарыбыҙ!

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, Аҡъяр ауыл биләмәһе башлығы Ришат Рәхмәтуллин һәм район ветерандар советы рәйесе Ырыҫбикә Аллағолова хөрмәтле Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын - Иҙрис Әбделкәрим улы Түләшевты һәм Фәтхулла Әһлиулла улы Юламановты Яңы йыл байрамы менән тәбрикләне.

Яңы йыл менән, хөрмәтле ветерандарыбыҙ!Яңы йыл менән, хөрмәтле ветерандарыбыҙ!
Яңы йыл менән, хөрмәтле ветерандарыбыҙ!

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, Аҡъяр ауыл биләмәһе башлығы Ришат Рәхмәтуллин һәм район ветерандар советы рәйесе Ырыҫбикә Аллағолова хөрмәтле Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын - Иҙрис Әбделкәрим улы Түләшевты һәм Фәтхулла Әһлиулла улы Юламановты Яңы йыл байрамы менән тәбрикләне. Бының тураһында Рөстәм Динислам улы үҙенең сәхифәһендә хәбәр итте.

"Беҙҙең ҡәҙерле фронтовиктарыбыҙ ҙа Яңы йылды матур һау-һау ҡаршылай. Бөтә хәйбуллалар исеменән аҡһаҡалдарыбыҙға иң изге теләктәремде еткереп, тәү сиратта мин, әлбиттә, сәләмәтлек теләнем. Яңы йылда Иҙрис Әбделкәрим улы үҙенең 98 йыллығын билдәләйәсәк, ә Фәтхулла Әһлиулла улына 100 йәш туласаҡ! Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, улар элеккесә дәртле, оптимизмлы һәм яҡташтарына иң изге теләктәрен еткерә. Ветерандарыбыҙға Еңеү, тормошҡа ынтылыштары, иҫтәлектәре арҡаһында бөгөн илебеҙ тарихының сығанаҡтарына ҡағылыу мөмкинлегебеҙ өсөн рәхмәт. Сәләмәт булығыҙ һәм оҙаҡ йәшәгеҙ! Етеп килгән Яңы йыл менән, ҡәҙерле хәйбуллалар!" - тип яҙҙы ул.

 

Яңы йыл менән, хөрмәтле ветерандарыбыҙ!
Яңы йыл менән, хөрмәтле ветерандарыбыҙ!
Автор:Хәйбулла районы муниципаль район хакимиәте
Читайте нас