

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының үҙәк эҙләү-ҡотҡарыу отряды начальнигы Денис Ғәбдрәхимоаэв фейерверк атыу ҡағиҙәләре, шулай уҡ тюбинг тураһында һөйләне.
Әйтәйек, пиротехниканы автомобилдәрҙән, ағастарҙан, газ үткәргестәрҙән һәм электр тапшырыу линияларынан алыҫта, асыҡ урында ғына атырға кәрәк. Белгес байрам фейерверктарын махсус магазиндарҙа ғына һатып алырға кәңәш итте.
— Шул уҡ ваҡытта мотлаҡ срогына һәм тауарҙың таныҡлығына күҙ һалығыҙ, шулай уҡ ҡулланмаһын ҡарап сығығыҙ, — тип кәңәш бирә Денис Габдрахманов.
Тюбингтарға бәйле бәхетһеҙ осраҡтар башлыса шыуыу рөхсәт ителмәгән урындарҙа, йыһазландырылмаған һырғалаҡтарҙа теркәлә.
«Алдығыҙҙа кеше булмаған осраҡта ғына шыуып төшөгөҙ, тюбингҡа күмәкләп тейәлмәгеҙ һәм автомобилдәргә йәки башҡа транспортҡа бәйләмәгеҙ», — т. ул.
Бармаҡтарығыҙҙы һаҡлағыҙ. Һәм башығыҙҙы!
Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар