

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Луганск халыҡ республикаһының Петровское ҡалаһында Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән 22-се урта мәктәптә булды.
Республика етәксеһе кабинеттарҙы ҡарап сыҡты һәм башҡарылған эштәрҙең яҡшы, сифатлы булыуын билдәләне. Башҡортостан Башлығы уҡытыусылар һәм уҡыусылар менән дә аралашты, уларҙы яҡынлашып килгән яңы йыл байрамдары менән ҡотланы.
Башҡортостан Луганск халыҡ республикаһының уҡыу йорттары менән үҙ-ара әүҙем эшләргә, тәжрибә уртаҡлашырға, ял иттереү, һауыҡтырыу өсөн балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе ҡабул итергә әҙер, тип билдәләне республика етәксеһе.
Осрашыу һуңында Радий Хәбиров уҡытыусылар коллективын һәм уҡыусыларҙы етеп килгән Яңы йыл менән ҡотланы.