

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, шишәмбе, 27 декабрҙә, урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ -6, -11 градус.
Шаршамбы һәм кесаҙна, 28 һәм 29 декабрҙә, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Төндә -9, -14, аяҙытҡанда -18, -23, көндөҙ -7, -12 градус була.