ЙӘМҒИӘТ
26 Декабрь 2022, 11:09

Республикала яңы йыл байрамдарында янғынға ҡаршы махсус режим индерелә

-

Республикала яңы йыл байрамдарында янғынға ҡаршы махсус режим индереләРеспубликала яңы йыл байрамдарында янғынға ҡаршы махсус режим индерелә
Республикала яңы йыл байрамдарында янғынға ҡаршы махсус режим индерелә

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров 26 декабрҙә хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә 2022 йылдың 31 декабренән 2023 йылдың 10 ғинуарына тиклем республикала янғынға ҡаршы махсус режим индерергә тәҡдим итте.

Радий Хәбиров бының ни өсөн кәрәклеген һораны.

«Был беҙгә янғындар һанын кәметергә мөмкинлек бирергә тейеш», — тип яуапланы Фәрит Ғүмәров.

Республика етәксеһе тәҡдимде хупланы. Ошо көндәрҙә тейешле указ баҫылып сығырға тейеш.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-12-26/v-bashkirii-na-novogodnie-prazdniki-vvedut-osobyy-protivopozharnyy-rezhim-3086509

Автор:Дарья Субботина.
 
Фото:Ксения Калинина.
Автор:
Читайте нас