

Яңы йылға аяҡ баҫҡанда һәр кем, айырыуса бәләкәстәр мөғжизә көтә. Республика һәм муниципаль шыршы байрамдарында ҡатнашыу - мәктәп тормошонда иң ҡыуаныслы, иҫтәлекле ваҡиғаларҙың береһе. Әммә бөтәһенә лә бындай мөмкинлек бирелмәй. Был - яҡшы уҡыған, әүҙем һәм ижади мәктәп тормошо, төрлө ҡаҙаныштар, спорт наградалары эйә булғандар өсөн бүләк. Иң яҡшы, һәләтле Хәйбулла уҡыусыларының теләге тормошҡа ашты. Һигеҙ уҡыусы республиканың төп Яңы йыл сараһында булды, ә 200-гә яҡын уҡыусы муниципаль шыршы байрамында ҡатнашты! Ҡайһылар үҙҙәренең сағыу тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
“Быйыл Республика шыршыһында ҡатнашыу бәхете тейҙе. "Ҡыш бабайҙың тылсымлы циркы!" Яңы йыл байрамы программаһы "Башҡортостан" дәүләт концерт залында үтте. Сағыу, иҫ киткес мауыҡтырғыс тамаша! Матур костюмдар. Шулай уҡ йәнһүрәт геройҙары менән фотосессия. Яңы йыл бүләге алдым. Миңә бик оҡшаны! Мәғариф идаралығына, Хәйбулла районы хакимиәтенә был матур байрамға барыу мөмкинлеге биргәндәре өсөн рәхмәт белдерәм. Бик ҙур ҡәнәғәтлек һәм шатлыҡ кисерҙем," - тине Подольск ауылы мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Ралина Хәсәнова. Уның һүҙҙәренә Бүребай ауылы мәктәбе уҡыусыһы Аида Рәхмәтова ҡушылып: «Миңә бөтәһе лә бик оҡшаны! Ошондай мөмкинлек өсөн рәхмәт!» - тине.
«Тамаша бик оҡшаны, ул бик ҡыҙыҡлы һәм күңелле булды. Тәмле күстәнәстәр ҙә оҡшаны» - тине 2-се Аҡъяр мәктәбенән Азалия Әлмөхәмәтова. Әйткәндәй, Азалия муниципаль шыршы байрамында булды. Ошо уҡ сағыу сарала ҡатнашҡан Бүребай мәктәбе уҡыусыһы Камила Ишемғолова ла тәьҫораттары менән урталашты: «Барыһы ла оҡшаны. Күңелле булды, тамаша ҡыҙыҡлы булды, ҡайһы бер геройҙар айырыуса хәтерҙә ҡалды һәм оҡшаны. Урамда ла матур ине, төрлө боҙ һындарын ҡараныҡ, өҫтәүенә бүләк алдыҡ» - тине ул.