

Унда райондың уҡыу алдынғылары, төрлө кимәлдәге конкурстар һәм спорт ярыштары еңеүселәре ҡатнашты. Шыршы байрамында ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов яҡынлашып килгән яңы 2023 йыл менән ҡотланы.
Артабан балалар район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән театрлаштырлған яңы йыл тамашаһын ҡараны, шыршы тирәләй әйләнеп йырҙар йырланы, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуға шиғырҙар һөйләп бүләктәр алды.