ЙӘМҒИӘТ
23 Декабрь 2022, 06:48

Башҡорт Ҡыш бабайы хаттар көтә!

«Торатау» геопаркында башҡорт Ҡыш бабайы — Торатау бабай почтаһы эшләй башланы.

Башҡорт Ҡыш бабайы хаттар көтә!Башҡорт Ҡыш бабайы хаттар көтә!
Башҡорт Ҡыш бабайы хаттар көтә!

Хаттар Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы мәҙәниәт йортонда ҡабул ителә. Бөгөнгә Башҡортостандың төрлө мөйөштәренән, шулай уҡ Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Һамарҙан, Тобольскиҙан һәм башҡа ҡалаларҙан 50-гә яҡын хат килгән. Балалар Торатау бабайға үҙҙәренең хыялы яҙылған открыткалар ебәрә.

Адресы: 453239
Башҡортостан Республикаһы
Ишембай районы
Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы
Үҙәк урам, 20Г.

«Торатау Бабайға» тигән билдә ҡуйырға онотмағыҙ!

 

Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар

Автор:
Читайте нас