Ҡатмарлы һауа шарттарына бәйле Башҡортостанда йөк машиналары, пассажир автобустары һәм маршрут таксиҙары өсөн ваҡытлыса сикләүҙәр индерелде.
«Өфө-Бөрө-Яңауыл» юлында Подымалов ауылына боролоштан Бөрөгә тиклем участкала көндөҙгө сәғәт икегә тиклем был транспорт сараларында йөрөү тыйылһа, «Өфө-Инйәр-Белорет» юлында Архангел ауылынан Белорет ҡалаһына тиклемге участкала киске сәғәт алтыға тиклем сикләүҙәр үҙ көсөндә. Водителдәргә буран тынғансы трассаға сыҡмаҫҡа кәңәш ителә. Шул уҡ ваҡытта баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, юлдарҙы ҡарҙан таҙартыуға 577 берәмек ҡеүәтле техника йәлеп ителгән. Автоһәүәҫкәрҙәрҙе транспорт сараларын юл ситендә ҡалдырмаҫҡа саҡыралар.