ЙӘМҒИӘТ
18 Декабрь 2022, 09:30

Ир ҡанаты ат була

Иләс ауылында “Ир ҡанаты ат була” тигән сара ойошторолдо. 

Ир ҡанаты ат булаИр ҡанаты ат була
Ир ҡанаты ат була

Ир-егеттең юлдашы ла ат, моңдашы ла, башҡорттоң айырылғыһыҙ дуҫы ла ат.
Ниндәй башҡорт ат менмәгән дә, ниндәй башҡорт ат яратмаған. Ауылда ат транспорт, йөк ташыусы, көтөү көтөүҙә алыштырғыһыҙ ярҙамсы элек- электән.
Әммә һуңғы йылдарҙа техника үҫеше заманында аттың роле артҡы планға ҡалып бара. Иләс ауылында “Ир ҡанаты ат була” тигән сара ойошторолоп, ысынлап та балаларҙың ат тураһында бик аҙ белеүҙәре, атҡа ябай бер хайуан тип ҡарауҙары асыҡланды,ти ойоштороусылар. Сара барышында Вилә Шәйхетдин ҡыҙы балаларға ат тураһында белешмә бирҙе, мәҡәлдәр менән таныштырҙы.
Ат тураһында иң күп мәғлүмәтте әлбиттә ир-егеттәр белә. Ильгиз Ғәле улы Ишбулдин атты эйәрләргә өйрәтте, йүгәндең ниндәй роль уйнауын аңлатты, балаларҙы эйәргә ултырырға өйрәтте. Батырыраҡ балалар хатта һыбай йөрөп ҡараны.
Салауат Хәтим улы Ҡунаҡасов аттарҙың төҫтәре тураһында һөйләне, аттың йәштәре буйынса нисек аталыуын әйтеп үтте.
Даян Ғилман улы Ҡөлөмбәтов атты санаға егеп күрһәтте, аттың сбруйҙары менән таныштырҙы. Сара аҙағында Даян ағайҙары балаларҙы санала елдереп йөрөтөп килде. Балаларға сара оҡшаны.

 

Сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы.

Автор:
Читайте нас