ЙӘМҒИӘТ
16 Декабрь 2022, 12:20

Ир һүҙе - ил һүҙе

Бөгөн ошо исем аҫтында Әбүбәкер ауылында сара үтте

Ир һүҙе - ил һүҙеИр һүҙе - ил һүҙе
Ир һүҙе - ил һүҙе

"Айыҡ ауыл" конкурсы сиктәрендә үткәрелгән сараға ир-егеттәр йыйылды. Сарала ҡатнашыусылар данлыҡлы Утарбай тауында, ауылдың "Ихлас" мәсетендә һәм ветерандар аллеяһында булды.  Мәҙәниәт йортонда "Егет кешегә етмеш төрлө һөнәрҙә аҙ" тигән оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде. "Ирҙәр берекһә, ил тарҡалмаҫ" тигән темаға түңәрәк өҫтәл ойошторолоп, ир-аттарҙың йәмғиәтебеҙҙә тотҡан роле тураһында фекер алышылды, ауыл биләмәһендә "Аҡһаҡалдар" ҡорон булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Сара һуңында халыҡ уйындары ойошторолдо. 

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас