ЙӘМҒИӘТ
16 Декабрь 2022, 13:14

Башҡортостанда синоптиктар ял көндәренә һауа торошона фараз бирҙе

-

Башҡортостанда синоптиктар ял көндәренә һауа торошона фараз бирҙеБашҡортостанда синоптиктар ял көндәренә һауа торошона фараз бирҙе
Башҡортостанда синоптиктар ял көндәренә һауа торошона фараз бирҙе

Республикала алдағы ял көндәре ҡарлы була, тип фаразлай Башгидромет синоптиктары. Бөгөн, 16 декабрҙә, урыны менән бер аҙ яуым-төшөм көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын. Һауа температураһы көндөҙ -7, -12 градус.

Иртәгә, 17 декабрҙә, ҡар, айырым райондарҙа боҙлауыҡ көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын, урыны менән киҫкен. Төндә -8, -13, көнсығышта -18 градусҡаса һыуыта, көндөҙ -3, -8 градус булыуы көтөлә.

Йәкшәмбе, 18 декабрҙә, яуым-төшөм күбәйә. Көндөҙ епшек, урыны менән көслө ҡар яуыуы фаразлана. Айырым райондарҙа буран, боҙлауыҡ, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырый, юлдарҙа көрт. Һауа температураһы төндә -5, -10, көньяҡ-көнсығышта -15-кә тиклем, көндөҙ 0, -5 градус.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-12-16/v-bashkirii-sinoptiki-dali-prognoz-pogody-na-vyhodnye-3074424

Автор:Ләйсән Закирова.
Автор:
Читайте нас