ЙӘМҒИӘТ
15 Декабрь 2022, 09:43

Өфөлә әсә менән баланы тапатҡан ҡатынды йәнә хөкөм итәләр

..

Өфөлә әсә менән баланы тапатҡан ҡатынды йәнә хөкөм итәләрӨфөлә әсә менән баланы тапатҡан ҡатынды йәнә хөкөм итәләр
Өфөлә әсә менән баланы тапатҡан ҡатынды йәнә хөкөм итәләр
Башҡортостандың Юғары суды Киров районы прокуратураһының апелляцияһын ҡәнәғәтләндерҙе һәм яҡтарҙың ярашыуына бәйле 28 йәшлек ҡатынға ҡарата енәйәт эшен туҡтатыу тураһында ҡарарҙы ғәмәлдән сығарҙы.

Ул «автомобиль менән идара иткәндә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу, шул сәбәпле ике кешене үлемгә дусар итеү» статьяһы буйынса енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә.

«Республиканың Юғары суды прокуратура дәлилдәрен нигеҙле тип таныны, енәйәт эшен туҡтатыу тураһында ҡарарҙы ғәмәлдән сығарҙы һәм уны яңынан ҡарауға ебәрҙе», — тип хәбәр иттеләр күҙәтеү ведомствоһында.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл июль айында «Ниссан» автомобилендә китеп барған 28 йәшлек ҡатын светофорҙың йәшел төҫөнә сығып барған әсәне һәм уның дүрт йәшлек балаһын тапатҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың икеһе лә урында йән биргән.
Автор:
Читайте нас