ЙӘМҒИӘТ
15 Декабрь 2022, 09:49

Башҡортостанда ағалы-ҡустылы инвалид Ҡунаҡҡоловтарға газ үткәреүгә аҡса йыйғандар!

..

Ошо көндәрҙә битараф булмаған Башҡортостан халҡы Әбйәлил районының Йәнекәй ауылында йәшәгән ағалы-ҡустылы инвалид Ҡунаҡҡоловтарға газ үткәреүгә аҡса йыйған. Ағалы-ҡустылылар үҙ көсө менән йорт төҙөп ингән, яҙмыш һынауҙарына бирешмәй йәшәргә тырыша. Әммә өйҙәренә газ үткәрергә хәлдәренән килмәй. Газификациялау программаһы буйынса кире яуап ебәрәләр. Бының өсөн 200 мең һум аҡса талап ителә.

Ҡунаҡҡоловтарға аҡса йыйыу инициативаһын Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова күтәреп сыҡҡан. Ә Әбйәлил районы эшҡыуары Айтуған Фәттәхов төп сығымдарҙы үҙ өҫтөнә алған. Һөҙөмтәлә битараф булмағандарҙың көсө менән 20 сәғәттә кәрәкле сумма йыйылған.

«Һөйөнсө! Аҡса йыйыу ябыҡ тип иғлан ителә! Бер тәүлек тә үтеп өлгөрмәне, тейешле сумма йыйылды! Айтуған Фәттәхов арала проектлауҙы, материалдар алыуҙы башларға ниәтләй! Тимәк, Ҡунаҡҡоловтарҙың зәңгәр яғыулыҡ хаҡыңдағы хыялы тормошҡа ашасаҡ! Бөтәгеҙгә лә ҙур рәхмәт, изгелегегеҙ үҙегеҙгә меңләтә әйләнеп ҡайтһын, иҫән-һау булығыҙ!» – тип яҙған Рәмзиә Кәримова.
 
 
Автор:
Читайте нас