ЙӘМҒИӘТ
15 Декабрь 2022, 09:37

150 йәш ауыл уҡытыусыһы грант аласаҡ

Радий Хәбиров 2023 йылда йәш ауыл уҡытыусыларына гранттар һанын 150-гә тиклем арттырырға ҡушты. 

150 йәш ауыл уҡытыусыһы грант аласаҡ150 йәш ауыл уҡытыусыһы грант аласаҡ
150 йәш ауыл уҡытыусыһы грант аласаҡ

Ә 2022 йылда 690 мең һумлыҡ был грантты 25 йәш педагог алғайны. "Беҙгә уҡытыусы һөнәренең абруйын арттырырға, социаль яҡлауҙы көсәйтергә  кәрәк. Республика мәктәптәренә, айырыуса ауылдарҙа, йәш белгестәрҙең күберәк килеүе кәрәк", - тине республика Башлығы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә.

Фото асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина

12+

Автор:
Читайте нас