ЙӘМҒИӘТ
14 Декабрь 2022, 06:18

“Бергә эшләгәндә эштәр алға китә”, - ти Иҫәнгилделәр

..

“Бергә эшләгәндә эштәр алға китә”, -  ти Иҫәнгилделәр“Бергә эшләгәндә эштәр алға китә”, -  ти Иҫәнгилделәр
“Бергә эшләгәндә эштәр алға китә”, - ти Иҫәнгилделәр

Сиҙәм ауыл Советы ауыл биләмәһенә ҡараған Иҫәнгилде ауылы “Айыҡ ауыл-2023” республика конкурсының муниципаль этабына әүҙем ҡушылды һәм тәүге тапҡыр ҡатнашһалар ҙа, юғалып ҡалмай, бәйге сиктәрендә башынан аҙағынаса төрлө юҫыҡта саралар үткәрҙе. Быға балалар ҙа, ололар ҙа, йәштәр ҙә берҙәй ҡушылған.

Шуларҙың сираттағыһы “Хөрмәткә лайыҡ халыҡ табибәләре” исемле кисәләре бағымсыларға арналды. Сөнки Иҫәнгилде элек-электән бағымсылар төйәге булыуы менән дан тотҡан. Халыҡ дауалау ысулы бик киң, шул уҡ өшкөрөү ҙә, ҡот ҡойоу ҙа, эс һылау ҙа һәм башҡа дауалау ысулдары борондан килә һәм бөгөн дә даими ҡулланыла.

Тулы мәҡәлә "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 51-се һанында баҫылып сыға.

Автор:Луиза Юлмухаметова
Читайте нас