

Үҙәк район китапханаһында «Айыҡ ауыл 2022» республика конкурсының муниципаль этабы сиктәрендә «Сикһеҙ китапхана» клубы ағзалары өсөн «Башҡортостан - алтын бишегем» интеллектуаль уйыны уҙғарылды.
Сарала ҡатнашыусыларҙы Аҡъяр ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Мәрзиә Түснәкова сәләмләп, «Айыҡ ауыл 2022» республика конкурсының муниципаль этабы барышында башҡарылған эштәр хаҡында һөйләне һәм барыһына ла ауылдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт әйтте.
Уйында ҡатнашыусылар әйберҙәрҙең башҡортса атамаларын билдәләне, башҡортса йомаҡтар систе, «Мәҡәлдәрҙе дауам ит», «Таҙа һүҙ», «Грамматика донъяһында», «Тиҙәйткестәр», «Ребустар» конкурстарында ҡатнашты, башҡорт мәҡәлдәренә альтернативалар һайланы, башҡорт әҙәбиәтендә үҙ белемдәрен күрһәтте, алып барыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
фото һәм мәғлүмәт:Үҙәк район китапханаһы