ЙӘМҒИӘТ
12 Декабрь 2022, 06:50

Тәҡдимдәр күп булды

Сиҙәм ауылы халҡы дөйөм тырышлыҡ менән ауыл мәнфәғәтен хәстәрләй

Тәҡдимдәр күп булдыТәҡдимдәр күп булды
Тәҡдимдәр күп булды

Сиҙәм ауылының күп функциялы клубында урындағы инициативаларҙы хуплау программаһында ҡатнашыу буйынса граждандар сходы үтте.

Тәҡдимдәр күп булды.  Сиҙәм халҡы ауылдың бер урамына таш түшәү, урамдарҙы яҡтыртыу, һыу үткәргесте ремонтлау һәм башҡа проблемаларҙы күтәреп сыҡты. Һөзөмтәлә, ауыл халҡы берҙәм фекергә килеп, ауыл мәҙәниәт йорто ҡоймаһын алмаштырыуҙы һайланы.

 Был ҡиммәтле проект, яҡынса 1 млн. һум сығым талап итә. Әммә бергәләгәндә, маҡсаттарға ирешеп була, ти сиҙәмдәр.

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас