

"Айыҡ ауыл" республика конкурсының муниципаль этабы сиктәрендә Ивановка ауылында балыҡ тотоу буйынса ярыш үтте. Унда 15 ир-егет ҡатнашты. Улар араһында һәр кем күп йыллыҡ тәжрибәгә эйә. Шуға күрә ҡармаҡҡа эләккән тәүге балыҡ үҙен оҙаҡ көттөрмәне.
Ярыш йомғаҡтары буйынса өсөнсө урынды Ильяс Байсурин алды, икенселә Илгиз Илбәков булды һәм ҡышҡы балыҡ тотоу буйынса Ивановка ауылы чемпионы тип Иҡсан Илбәков танылды. Призлы урындар барыһына ла етмәһә лә, берәү ҙә бойоҡманы. Иң мөһиме һәр береһе яҡшы кәйеф алып, саф һауала ял итте.