

Беҙ үҙебеҙ- бер дәүләт!
Бына быйыл тағы, ике йыл тыйыу-ауырыуҙар мәлендә туҡталып тороп, бер-беребеҙҙе күреп аралашыуға һыуһап, матур сара - Өфөлә йәшәүсе Әбештәр осрашыуы гөрләп үтте.
30 йылдан ашыу инде, изге йола булып килгән, яҡташтарҙың күңел байрамы булды ул.
Әбеш, Вәзәм, Сик , Бүре, Үрнәк, Төрткән ауылдарында тыуып үҫеп, бөтәбеҙҙе бер бөтөн иткән Әбеш урта мәктәбендә уҡып, баш ҡалала эшләүсе, йәшәүсе яҡташтар йыйыны бәрҙәмлеккә илтә. Ауылыбыҙҙың шәхестәре менән һоҡланып бөтөрлөк түгел! Ир- уҙамандарыбыҙ, арҙаҡлы апайҙарыбыҙ, беҙҙең яҡтың уттай егеттәренә кейәүгә сығып, Әбешлектәренән һис арымаған еңгәйҙәребеҙ, баҫҡан ерҙән осҡон сәсрәтер йәш ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бар. Егеттәрҙең ылдыйыраҡ булыуын киләһе осрашыуҙарға мая итеп һалдыҡ.
Был сараға алыҫ ерҙе яҡын итеп, ҡылды ҡырҡҡа ярыр мәлдәрендә лә, илтифат итеп, Әбеш ауыл биләмәһе башлығы Таһир Мөғлөтдин улы ла осрашыуға килеүе үҙе бер мәртәбә булды.
Был сараны бар итеп, ҙур тырышлыҡ менән үткәреп, был эште йүгереп йөрөп башҡарыусы йәштәргә Афарин!- тип кенә әйтерлек.
Күңелле, матур саранан әллә күпме илһам, дәрт алып таралыштыҡ. Киләсәктәге осрашыуҙарҙа ауылыбыҙҙың абруйлы кешеләренең һүҙ, тел ярҙамы менән һәләтле йәш яҡташтарҙың эшен, талантын күтәрмәләүсе аныҡ эштәр күберәк эшләнер тигән өмөт бар. Ээээх! Үҙебеҙҙең Һаҡмар һыуын эсеп үҫкәндәй матур кешеләр бүтән бер ерҙә лә юҡтыр ул!
Беҙ үҙебеҙ - бер дәүләт!