ЙӘМҒИӘТ
10 Декабрь 2022, 14:38

Африканың иң бейек түбәһендә Башҡортостан флагы елберләй!

«Килиманджаро түбәһенә тыуған ерем - Башҡортостан Республикаһы флагын ҡуйып, уны илдән ситтә лә данлай алыуыма бик ғорурланам», — тине Рөстәм Нәбиев.

Африканың иң бейек түбәһендә Башҡортостан флагы елберләй!Африканың иң бейек түбәһендә Башҡортостан флагы елберләй!
Африканың иң бейек түбәһендә Башҡортостан флагы елберләй!

Рөстәм Нәбиев Башҡортостандың флагын Африканың иң бейек урынына - Килиманджаро түбәһенә ҡуйҙы.

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҡташыбыҙҙың героик күтәрелеше тураһында һөйләне: «Рөстәм Нәбиев Рәсәйҙең иң юғары нөктәһен - Эльбрус тауын һәм Непалдағы Манасланы яулап та өлгөргән. Бынан бер нисә көн элек кенә ул Килиманджароға ла барып етте. Батырлығығыҙ һәм башҡаларға лайыҡлы өлгө күрһәткәнегеҙ өсөн рәхмәт!»

Экспедиция 2 декабрҙән 8-енә тиклем дауам итте. 8 декабрҙә иртәнге сәғәт 4-се яртыла ул Килиманджаро тауының иң бейек нөктәһе — 5 895 метр бейеклектәге Ухура түбәһенә күтәрелә.

«Килиманджаро түбәһенә тыуған ерем - Башҡортостан Республикаһы флагын ҡуйып, уны илдән ситтә лә данлай алыуыма бик ғорурланам. Шулай уҡ ҙур ғорурлыҡ менән Рәсәй флагын күтәрҙем. Ошондай һөҙөмтәгә өлгәшә алыуыма бик шатмын», — тине «Башинформ» хәбәрсеһе менән әңгәмәлә Рөстәм Нәбиев.

Ул Килиманджаролағы экспедиция ғүмерендә иң ҡатмарлыларҙың береһе булыуын таныны.

«Экспедиция бик ауыр үтте, был быға тиклем булғандарҙың иң ҡатмарлыһы. Үткән йылда менгән һигеҙ меңлеккә тиңләшерлек түгел. Сөнки бында аралар алыҫлығы бик ҙур ине. Бында аттар, машиналар юҡ, йәғни ябыҡ милли парк, унда бөтөнләй бер ниндәй техника, бер ниндәй ташыусы хайуандар юҡ. Минең өсөн был спорт күтәрелеше булды, дөйөм алғанда, ҡулдарым ярҙамында түбәгә тиклем һәм кирегә юл үттем. Тауҙың түбәһенә тиклем 33 саҡрым барһам, йәнә 17 саҡрым юлды тик бер ҡулда ғына төштөм. Төшөнкөлөккә бирелгәндәй, хәле бөткәндәй тойолдо. Был тиклем ҡатмарлы булыр, тип уйламағайным. Әммә был минең тәжрибәм һәм ул иң юғары маҡсатҡа әҙерләнеү генә, сөнки киләһе йылдың апрелендә планетабыҙҙың юғары нөктәһенә күтәрелеү өсөн Эверест ҡалаһына барырға ниәтләйбеҙ», — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты ул.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рөстәм Нәбиев Омскиҙа Һауа десанты ғәскәрҙәре казармаһы емерелеү һөҙөмтәһендә аяҡһыҙ ҡалды. Был уға ғәҙәти йәшәү рәүеше алып барырға, спорт менән шөғөлләнергә һәм хатта тауҙарҙы яуларға ҡамасауламай. 2020 йылда ул ҡулдары ярҙамында Эльбрус тауына күтәрелә. 2021 йылда иһә Непалда Манасла тауының түбәһенә ҡулдары менән үрләгән донъялағы тәүге кеше булды. Быйыл Нәбиевтың ҡаҙаныштары Килиманджаро түбәһе менән тулыланды.

 
Фото:Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәре.
Африканың иң бейек түбәһендә Башҡортостан флагы елберләй!
Африканың иң бейек түбәһендә Башҡортостан флагы елберләй!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас