ЙӘМҒИӘТ
8 Декабрь 2022, 05:19

Башҡортостанда яңы йыл саралары эпидемияға ҡаршы сикләүһеҙ уҙғарыла

-

Башҡортостанда яңы йыл саралары эпидемияға ҡаршы сикләүһеҙ уҙғарылаБашҡортостанда яңы йыл саралары эпидемияға ҡаршы сикләүһеҙ уҙғарыла
Башҡортостанда яңы йыл саралары эпидемияға ҡаршы сикләүһеҙ уҙғарыла

Республикала яңы йыл саралары һәм иртәлектәр ОРВИ, грипп буйынса эпидемияға ҡаршы сикләүһеҙ уҙғарыла. Закондар һәм санитар ҡағиҙәләр киҫкен респиратор инфекциялар менән сирләү осраҡтары артҡан осорҙа күмәк кеше ҡатнашлығындағы саралар үткәреүҙе тыймай, тине Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында.

Ведомство байрамдарҙы мөмкин тиклем асыҡ һауала ойошторорға, бина эсендә иҫкәртеү саралары (елләтергә, дезинфекцияларға) тураһында онотмаҫҡа кәңәш бирә.

«Ата-әсәләр иртәлектәрҙә ҡатнашырға мөмкин. Ләкин сирләп торһағыҙ, бармағыҙ», - тине Анна Казак.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-12-07/v-bashkirii-massovye-novogodnie-gulyaniya-i-utrenniki-proydut-bez-protivoepidemicheskih-ogranicheniy-3061379

Автор:Ләйсән Закирова.
Фото:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы.
Автор:
Читайте нас