

Акцияның бүләктәр фонды бик бай: һыуытҡыс, телевизор, ноутбук, ҡар таҙартҡыс, йылытҡыс һәм башҡалар.
Акцияла нисек ҡатнашырға? Быны эшләү бик ябай:
2023 йылдың беренсе яртыһына ике гәзит-журналға йәки тотош йылға бер баҫмаға яҙылығыҙ. Акцияла “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы ҡарамағындағы баҫмаларҙы алдырыусыларҙың квитанциялары ғына ҡатнаша ала.
2023 йылдың 15 ғинуарына тиклем исем-шәрифегеҙҙе, бәйләнеш өсөн телефонығыҙҙы яҙып, квитанция күсермәһен түбәндәге адресҡа ебәрегеҙ: Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто. Квитанциялар күсермәһе электрон адресҡа ла ҡабул ителә: podpiska@rbsmi.ru. Хатығыҙға “Матбуғатҡа яҙыл һәм бүләк от” (“Подпишись и выиграй”) тигән билдә ҡуйырға онотмағыҙ.
Бүләктәрҙе уйнатыу 2023 йылдың ғинуарында Башҡортостан юлдаш телеканалының “Сәләм” тапшырыуында тура эфирҙа үткәреләсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 5 декабрҙә 2023 йылдың тәүге яртыһына Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу декадаһы башлана, ул 15 декабргә тиклем дауам итәсәк. Был ваҡытта почта аша район гәзитенә яҙылыу хаҡтары 10 процентҡа кәмей.
2023 йылдың тәүге ярты йыллығына «Хәйбулла хәбәрҙәре» һәм «Хайбуллинский вестник» гәзиттәренә яҙылып өлгөрөгөҙ. Декада осоронда почта аша 6 айға яҙылыу хаҡы– 912,96 һум; редакцияла (Аҡъяр ауылы халҡы өсөн) – 850 һум; редакциянан үҙҙәре килеп алыусыларға – 650 һум. Бынан тыш https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/1126/ сайты аша баҫма йәки электрон версияһына яҙҙырырға мөмкин.