ЙӘМҒИӘТ
5 Декабрь 2022, 09:37

Бүребай майҙаны уртаһында – йәшел ҡупшыҡай

Яңы йыл шыршыһының бейеклеге - 16 метр. Тиҙҙән уның тирәләй боҙ ҡаласығы барлыҡҡа киләсәк

Бүребай майҙаны уртаһында – йәшел ҡупшыҡайБүребай майҙаны уртаһында – йәшел ҡупшыҡай
Бүребай майҙаны уртаһында – йәшел ҡупшыҡай

Яңы 2023 йыл алдынан «Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты» акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре Бүребай ауылының үҙәк майҙанына шыршы ҡуйҙы. Шулай уҡ ҡыштың тәүге көнөндә ауыл майҙанында 16 метрлыҡ Яңы йыл шыршыһын монтажлау башланды. Киләһе аҙнаның аҙағына тиклем Яңы йыл символын шарҙар, гирляндалар һәм диод фигуралары менән биҙәү планлаштырыла. Яңы йылға тиклем 26 көн ҡалды, тап үҙәк майҙанда йомшаҡ йәшел һылыуҡайҙың күренеүе менән беҙ байрамдың асылыуын тоя башлайбыҙ һәм Яңы йыл төнөнә тиклемге көндәрҙе бала саҡтағы кеүек иҫәпләй башлайбыҙ. 

 

фото һәм сығанаҡ:Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты

Бүребай майҙаны уртаһында – йәшел ҡупшыҡай
Бүребай майҙаны уртаһында – йәшел ҡупшыҡай
Бүребай майҙаны уртаһында – йәшел ҡупшыҡай
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас