ЙӘМҒИӘТ
2 Декабрь 2022, 06:27

Район эшҡыуарҙары акцияға ҡушыла

Әхәт Байғусҡаров менән Рәмил Билалов беренселәрҙән булып ниндәй акцияға ҡушылған? Был турала  һылтанма аша инеп ҡарағыҙ.

Район эшҡыуарҙары акцияға ҡушылаРайон эшҡыуарҙары акцияға ҡушыла
Район эшҡыуарҙары акцияға ҡушыла

“Имен ауыл” проектын тормошҡа ашырып,  Ғәлиәхмәт ауылында “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында шәфҡәтлелек акцияһы иғлан ителде.  Уға беренсе булып, эшҡыуарҙар Әхәт Байғусҡаров һәм Рәмил Билалов ҡушылды.

Әхәт Ғәфүрйән улы Ғәлиәхмәт ауылының льготалы категорияға эләкмәгән  пенсионерҙары өсөн янғын хәүефен аңғартҡан  10 дана автоном прибор һатып алған. Әйткәндәй, эшҡыуар быға тиклем дә ауылдаштарына барлыҡ башланғыстарҙа ярҙам итте, концерттар һәм мәҙәни саралар ҙа ойошторҙо.

Аҡъяр ауылындағы “Балта” һөнәрселек үҙәге етәксеһе Рәмил Сәғәҙәт улы иһә  тыуған ауылының хаҡлы ялдағы оло быуын кешел   әре өсөн 5 дана  прибор алған.

 

Әйткәндәй:  льготалы категорияға ишле һәм мөмкинлеге сикләнгән бала тәрбиәләгән ғаиләләр, 65 йәштән өлкән яңғыҙ йәшәгән ололар, хеҙмәт ветерандары, хәрби хәрәкәттәр ветерандары инә.


#ТрезвоеСело2022
#АйыҡАуыл2022

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас