ЙӘМҒИӘТ
2 Декабрь 2022, 09:19

Һәр техника тәрбиә талап итә

Ауыл хужалығы техникаларын киләһе йылғы яҙғы сәсеү эштәренә әҙерләү буйынса район семинар-кәңәшмәһе үтте

Һәр техника тәрбиә талап итәҺәр техника тәрбиә талап итә
Һәр техника тәрбиә талап итә

Унда район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге белгестәре, крәҫтиән-фермер хужалығы башлыҡтары һәм башҡалар ҡатнашты.

 Пленар өлөштә район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары И.Ҡотоев семинар-кәңәшмәне  асып, техниканы киләһе йылғы яҙғы сәсеү эштәренә үҙ ваҡытында әҙерләү буйынса бурыстар тураһында һөйләп үтте.  Район хакимиәтенең ауылы хужалығы бүлегенең баш инженеры Ф.Бикбов көҙгө-ҡышҡы осорҙа техниканы һаҡлауға ҡуйыу һәм ремонтлау тураһында сығыш яһаны.

Практик өлөш У.Зәкиров крәҫтиән-фермер хужалығында дауам итте. Унда семинар-кәңәшмәлә ҡатнашыусылар техникаларҙың ҡышҡылыҡҡа һаҡлауға ҡуйылышы  менән танышты.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас