ЙӘМҒИӘТ
2 Декабрь 2022, 05:56

Рөстәм Нәбиев йәнә тауға артыласаҡ!

..

Рөстәм Нәбиев йәнә тауға артыласаҡ!Рөстәм Нәбиев йәнә тауға артыласаҡ!
Рөстәм Нәбиев йәнә тауға артыласаҡ!

Яҡташыбыҙ, танылған блогер, сәйәхәтсе, альпинист һәм йәмәғәт эшмәкәре Рөстәм Нәбиев Африканың вулканлы Килиманджаро тауына менергә тигән маҡсат ҡуйып, Танзанияға юлланды.

 
 

Килиманджаро - континенттың иң юғары нөктәһе (диңгеҙ кимәленән 5895 метр).

- Дуҫтар, Килиманджаро вулканына артылыу өсөн Африкаға китәм, - тип яҙған ул үҙенең телеграм-каналында.

Был көслө рухлы яҡташыбыҙҙың беренсе тауы ғына түгел. Уның Казбек (5033 метр), Эльбрус (5642 метр) һәм Манаслу (8163 метр) тауҙарына күтәрелгәне бар.

Уға уңыштар, иҫән-һау йөрөп ҡайтыуын теләйбеҙ.

 

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

 
 
Рөстәм Нәбиев йәнә тауға артыласаҡ!
Автор:Юлиә Кирәева
https://vk.com/club45440006
Автор:
Читайте нас