

Иләс ауылында йәшәүсе Хәниә Ишбулдина 11 балаға ғүмер биргән, унынсы улына “Әсәлек даны” миҙалы тапшырған беренсе президентыбыҙ хөрмәтенә Мортаза тип исем ҡушҡан ул.
Береһенән - береһе матурыраҡ исемдәр йөрөткән биш бала Зимфира Шәрипова ғаиләһендә лә тәрбиәләнә. Ә бына биш ҡыҙ үҫтереүсе Сулпан Туҡбаева ауылда иң йәш күп балалы әсә. Улар араһында иң олоһо, иң абруйлыһы - ете бала тәрбиәләп үҫтергән Зөләйхә инәй Рәхмәтова. Бына ошондай күркәм ҡатын-ҡыҙҙарын тәрбикләне Иләс ауылы халҡы “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә уҙғарылған сара барышында. Күп балалы әсәләрҙән тыш сәхнәгә бер-бер артлы ауылдың иң эшлекле, күренекле, иң әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары һәм йөҙөк ҡашы булған оҫта ханымдары саҡырылды. Һәр береһе үҙенең тормош юлы, уңыш сере хаҡында бәйән итте. Ҡыҙыҡлы ваҡиғалары менән уртаҡлашты. Ауылдың һәүәҫкәр артистарының моңло йырҙары, дәртле бейеүҙәре менән үрелеп барҙы йылы осрашыу. Ғорур ҙа, намыҫлы ла, ғәҙел дә, наҙлы ла, сая ла, кәрәк саҡта саҡматаштай ҡаты ла Турат ҡатын-ҡыҙҙары. Ауылда һуңғы йылдарҙа күҙәтелгән рухи күтәрелеш тә башлыса ошо ҡатын-ҡыҙҙар булышлығында. Дингә, милли уҙаңға, сәләмәт йәшәү рәүешенә ҡарай йүнәлеш алған Иләс ауылы халҡына уңыштар теләргә генә ҡала!